Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 11:40

Ғаилә консультациялары көнө – һеҙҙең өсөн!

Ошо аҙнала Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, берҙәм күсмә ғаилә консультациялары көнө уҙғарыласаҡ.

Ғаилә консультациялары көнө – һеҙҙең өсөн!
Ғаилә консультациялары көнө – һеҙҙең өсөн!

Ҡабул итеүҙәр 14 апрелдә иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем була.

Осрашыуға төрлө белгес киләсәк – табип-нарколог, опека вәкилдәре, “Ғаилә”, мәшғүллек үҙәктәре белгестәре, юристар.

Нисек опека юлларға? Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды нисек алырға? Яңы һөнәрҙәргә нисек һәм ҡайҙа уҡырға? Эскелек һаҙлығына батҡан яҡыныңа нисек ярҙам итергә? Ғаиләлә йәберләнһәң, нимә эшләргә? Ошо һәм башҡа сетерекле һорауҙарға яуап алырға мөмкин.

Ғаилә консультациялары көнөн ойоштороусылар – республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, район хакимиәттәре.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

Ғаилә консультациялары көнө – һеҙҙең өсөн!
Ғаилә консультациялары көнө – һеҙҙең өсөн!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: