Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 13:58

1200 кешегә яңы эш урыны

Был Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында мөмкин буласаҡ.

1200 кешегә яңы эш урыны
1200 кешегә яңы эш урыны

2021 йылда Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды 36 инвестиция проектына ярҙам күрһәткән. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив ултырышта фонд директоры Әнүәр Кәримов һөйләне.

«Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу 1,2 мең эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә, һалым килеме 3 миллиард һумдан ашып китә. Фонд бөтә эш дәүерендә республиканың 20 еңел сәнәғәт предприятиеһына ярҙам күрһәтте. Федераль кимәлдә көрсөккә ҡаршы сара булараҡ, быйыл төбәк фондтарына 10-дан 200 миллионға тиклем аҡса бүлеү ҡарала. Башҡортостан 128 миллион һум аҡса аласаҡ. Был сумманан предприятиеларға кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә грант биреләсәк. Бынан тыш, фонды капиталлаштырыуға федераль үҙәктән 34 миллион һум бүленәсәк. Шулай уҡ 10 миллион һум аҡса еңел сәнәғәтте үҫтереүгә йүнәлтеләсәк», - тип белдерҙе Әнүәр Кәримов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Сәнәғәтте үҫтереү фонды республикала иң һөҙөмтәле эшләгән партнерҙарҙың береһе.

«Фондты капиталлаштырыу тураһында уйларбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: