Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2022, 09:27

12 апрелдә «Йыһан диктанты» үтәсәк

Рәсәй космонавтикаһының ҡаҙаныштары менән ғорурланаһығыҙмы? Йыһан хаҡында барыһын да беләһегеҙме? Улайһа «Йыһан диктанты» акцияһына ҡушылығыҙ!

12 апрелдә «Йыһан диктанты» үтәсәк
12 апрелдә «Йыһан диктанты» үтәсәк

Ул көндөҙгө һәм дистанцион форматта түбәндәге һылтанма буйынса  космовсеобуч.рф ойоштороласаҡ. Диктантты осоусы-космонавтар, Рәсәй Геройҙары, РФ Дәүләт Думаһы һәм Мәскәү ҡала Думаһы вәкилдәре, «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы вәкилдәре үткәрәсәк.

Һорауҙарҙың береһе туп-тура Ер орбитаһынан яңғыраясаҡ! Уны Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы ағзалары бирә. Йыһан диктанты 12 апрелдә Мәскәү ваҡыты менән 10 сәғәттә башлана.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: