Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2022, 19:40

Президенттың Мөрәжәғәтнамәһе ҡасан буласаҡ?

Иҫләйһегеҙме, былтыр Владимир Путин РФ Федераль Йыйылышы алдында 21 апрелдә сығыш яһағайны. Быйыл был сара ҡасаныраҡ булыр? Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков ошо һорауға яуап биргән.

Президенттың Мөрәжәғәтнамәһе ҡасан буласаҡ?
Президенттың Мөрәжәғәтнамәһе ҡасан буласаҡ?

Баҡһаң, әлегә аныҡ көн билдәләнмәгән. Эйе, уның ҡайғыһы юҡ кеүек - махсус операция бөтмәгән.

Журналистар Песковтан: "ЛНР, ДНР, Көньяҡ Осетия башлыҡтары саҡырыласаҡмы?", - тип тә һораған. Был Осетияла беҙгә ҡушылыу буйынса референдумға әҙерләнәләр, буғай.

Яуап шундай: "Сит ил лидерҙары был сарала ҡатнашмай".

Фото: РИА-Новости.

Президенттың Мөрәжәғәтнамәһе ҡасан буласаҡ?
Президенттың Мөрәжәғәтнамәһе ҡасан буласаҡ?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: