Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2022, 16:59

Кешбэк әлегә ғәмәлдә ҡала

Үҙебеҙҙә, йәғни Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда, ял иткән туристарға аҡсаһының бер өлөшөн кире ҡайтарып алыу буйынса программа 15 апрелгә тиклем эшләй.

Кешбэк әлегә ғәмәлдә ҡала
Кешбэк әлегә ғәмәлдә ҡала

Ошо көндәрҙә тур һатып алһағыҙ, байтаҡ аҡсағыҙҙы кире бирәсәктәр. Программа 15 апрелгә тиклем оҙайтылған. Башҡортостанда программала һигеҙ шифахана, 20-нән ашыу ҡунаҡхана, биш төбәк туроператоры ҡатнаша. 30 июнгә тиклем ялға бара алаһығыҙ.

Балалар кешбэгы ла эшләй. Лагерға 1 майҙан сентябрь аҙағына тиклем ебәрергә мөмкин. Юлламалар йәй аҙағынаса һатыла. Тулыраҡ мәғлүмәт ошонда: https://tourism.bashkortostan.ru/presscenter/news/442..

Кешбэк программаһы менән ҡыҙыҡһынығыҙ.

Фото: объясняем.рб

Кешбэк әлегә ғәмәлдә ҡала
Кешбэк әлегә ғәмәлдә ҡала
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: