Шулай бер уның янына сәтләүек үҫентеһе ултыртҡандар.
– Алығыҙ быны эргәмдән! – тип ҡысҡырған кедр. Нишләһен кеше, үҫентеһен башҡа урынға күсергән.
– Тирә-яғымдағы ҡарт алма-грушалар миңә ҡамасаулай, – тип мыжығас, кедр янынан уларын да күсергәндәр. Башҡа ҡыуаҡлыҡтарҙы ла ҡыуған. Шулай япа-яңғыҙ ҡалған был баҡсала.
Бер көндө көслө дауыл ҡупҡан. Мөһабәт кедр бар көсөнә тамырҙары менән ергә тотонған. Дауыл, уның янында башҡа ағастарҙы күрмәгәс, яңғыҙ кедрға бар ҡеүәтенә һөжүм иткән: ботаҡтарын һындырған, олонон аҡтарған, тамырын ҡуҙғытҡан.
Кедр был емергес көскә ҡаршы тора алмаған, әлбиттә. Шулай яңғыҙлыҡта теткеләнеп, ергә ауған...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.