Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2022, 12:29

«Беҙ һеҙҙең өсөн тырышабыҙ», ти төрөктәр

Төркиә властары Рәсәй граждандарын курорттарына ташырға махсус авиакомпания булдырырға ҡарар иткән.

«Беҙ һеҙҙең өсөн тырышабыҙ», ти төрөктәр
«Беҙ һеҙҙең өсөн тырышабыҙ», ти төрөктәр

«Sabah» гәзитендә яҙыуҙарынса, авиакомпания Анталияла урынлашасаҡ. Төркиәнең Финанстар һәм Транспорт министрлыҡтары яңы компания төҙөү буйынса эш башлаған да инде.

Анталия курорттары – Рәсәй халҡының иң яратҡан ял урындарынан һанала. Был тирәләге төрөктәр русса өйрәнеп бөткән.

Әйткәндәй, Рәсәйҙән туристарҙы ташыусыларға (йәғни башҡа авиакомпанияларға) ташламалы кредит та бирәсәктәр икән.

Беҙҙең туристарҙы бер ниндәй ҙә санкция-фәлән туҡтата алмаясаҡ.

Фото: Автор фотоһы.

«Беҙ һеҙҙең өсөн тырышабыҙ», ти төрөктәр
«Беҙ һеҙҙең өсөн тырышабыҙ», ти төрөктәр
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: