Дөрөҫөн әйткәндә, булавканың тарихы бик борондан башлана икән. Баҡыр быуатында булған улар. Шумерҙар беҙҙең эра тиклемге өс меңенсе йылдарҙа уҡ ҡулланған. Римляндар тогаларын (бөркәнсек "кейем") булавка менән беркетеп ҡуйған. Биҙәнеү әйбере булараҡ та ҡулланылған.
Ә бер заман Европала ҡағыҙҙы беркетеп ҡуя торған нәмә кәрәккән. Ҡуша тегеп ултырырға ваҡыттары булмағанмылыр, шунда берәү булавка ҡаҙарға тәҡдим иткән. Джон Хоу тигән бер кеше булавка яһарға металл киҫәктәрен әҙерләү өсөн махсус машина ла уйлап тапҡан.
Ә заманса булавканы американлы Уолтер Хант яһаған. Уға патент 1849 йылдың 10 апрелендә алынған. Тик аҙаҡтан, бурыстарын түләргә аҡса кәрәккәс, булавкаға хоҡуҡты һатҡан.