

Сәләх Башҡортостанда сағыштырмаса йәш ауылдарҙың береһе. Уға 1927 йылда нигеҙ һалына. Ошо ауылда тыуып үҫкән уҡытыусы, тарихсы, журналист Фәрит Рәмов әйтеүенсә, уның атаһы Абдулла ҡарт етәкселегендә унлап кеше Үрге Ғәле ауылынан әлеге ергә килеп төйәкләнә. Араларында иң олоһо Сәләх Мортаев булғас, ауылға ла уның исемен бирәләр. Быйыл ауылдың барлыҡҡа килеүенә теп-теүәл 95 йыл.
Ауыл ҙур түгел. Урам ярым ғына. Ошонда 42 йортта 162 кеше йәшәй. Яңыраҡ ҡына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, былтыр сафҡа ингән «Фазылйән» мәсетенән аҙан тауыштары яңғырай, ауыл халҡын берләштереп, туплап торған мәҙәниәт усағы ла гөрләй.
Ауыл тотҡаһы булып торған өлкәндәр ҙә, милләт киләсәге балалар ҙа бар. Биш саҡрым алыҫлыҡта ултырған күрше Йомағужа ауылына 44 бала балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөп уҡый. Автобус ике рейс яһай. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа тигәндәй, бында ишле ғаиләләр ҙә, тәрбиәгә бала алғандар ҙа күп.
Тәрбиәгә бала алыу тәжрибәһен, моғайын да, Яңылбикә апай Аҡҡужина башлап ебәргәндер: ҡан балаһын табып, физик яҡтан әсә була алмаһа ла, бөтә булмышы, йөрәге менән әсәй булыу бәхетенә ирешкән.
Үҙе ул Баймаҡ районының Ҡыуат ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә үҫә. 19 йәшлек кенә сағында уны Сәләх ауылынан Яңыбай тигән үткер башҡорт егете урлап алып ҡайта.
– Минән ике йәшкә өлкән апайым кейәүгә бармайынса, мин дә сыҡмаҫмын, тип уйлағайным. Яҙмыш үҙенсә хәл итте. Урлап алып ҡайтып, минән ризалыҡ та һорап тормай, бата уҡынылар. Әммә бер тапҡыр ҙа үкенмәнем. Таштай батып, нығынып, ерегеп йәшәп киттек. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларыбыҙ ғына булманы. Себер яҡтарына ла сығып китеп эшләнек, дауаланып та маташтыҡ. Әммә балаға уҙа алманым. Күңдек. Көйөп-янып ултырманык. Үҙебеҙ ҡара булғас, ҡарараҡ ҡына малай булһын тип байҡаштырып, йүргәктәге бала алып, Динар тип исем ҡуштыҡ. Был малай уҡырға төшкәс, тағы бер бала, был юлы ҡыҙыҡай, алырға уйлаштыра башланыҡ та, балалар йортонан Әлфиә ҡыҙыбыҙҙы алып ҡайттыҡ. Динар менән Әлфиәне беҙ уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алдыҡ.
Күп тә үтмәне, Хөкүмәт патронат ғаиләләр тураһында һүҙ сығарҙы. Беҙ ҙә ятып ҡалманыҡ, бер туғандар Илнур менән Алина ҡыҙыбыҙҙы алдыҡ тәрбиәгә, – ти Яңылбикә апай.
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире Яңыбай 48 йәшендә генә үлеп китә. Балаларын аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн, күңелен һалып, байтаҡ йылдар яңғыҙ донъя көткән апай бынан ун йыл элек кенә иренең синыфташы Шәйәхмәт ағайға тормошҡа сыға. Бөгөн улар бәхетле ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, тиң ғүмер итәләр.
Гүзәл менән Рияз Солтановтар ҙа үҙ ҡанаты аҫтына ике баланы һыйындырған, үҙҙәренең өс балаһы бар. Ҙур улдары Мәжит Сибай интернат-гимназияһында кадет синыфында уҡый, Рушан менән Резеда күрше Йомағужа мәктәбендә белем ала. Йәш булһалар ҙа, тырышып етеш донъя көтәләр.
Ғаилә башлығы Рияздың атаһы Дәүләт Нотфулла улына – 82 йәш. Оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләгән, ауылда оҫта тимерсе булараҡ та дан алған олатай бөгөн балалары менән бергә тора.
– Ваҡытында Себерҙә лә эшләнек, үҙһенмәй ауылға ҡайтып төпләндек. Мал тотабыҙ, былтыр ҡоролоҡ булып, әҙерәк кәметергә тура килде. Тағы бер эшкә тотонорға торабыҙ, әлегә сер булһын, – тип ымһындырып ҡуйҙы Рияз Нотфулла улы. Иншаллаһ, ниәттәре бойомға ашып, мәнфәғәтен күрергә яҙһын.
Ауыл халҡын ерһеҙ, малһыҙ, ҡош-ҡортһоҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Сәләхтәр ҙә мал көсө менән донъя көтә, балалар уҡыта. Көтөүгә йөҙҙән ашыу һыйыр, йөҙгә яҡын ат, биш йөҙҙән артыҡ кәзә-һарыҡ йөрөй. Йәй буйына малды сиратлап көтөләр.
Йылҡысылыҡ менән дә күптән шөғөлләнәләр. Иң күп йылҡы тотоусыларҙың береһе –Айбулат Иҫәнбаев. Бөгөн уның хужалығында – 20 баш йылҡы.
– Йылына бер нисә баш йылҡыны һуйып һатһаң, аҡсаһы ла була, – ти алты бала атаһы.
Ысынлап та, Сәләх йылҡыһы итенең тәме бер башҡа тип сал ҡылғанлы Хәйбулла, Әбйәлил яҡтарынан да килеп алалар икән.
Ҡортсолоҡ Йылайыр яҡтарында бик киң таралған тармаҡ булмаһа ла, умарта тотоусылар ҙа күп Сәләхтә. Тик былтыр урманға ҡарышлауыҡ төшкәс, тотош күсләп бал ҡорттары ҡырылған. Шулай ҙа тырышлыҡтары арҡаһында донъялары ялтлап тора. Ҡайҙан, нисек, ҡайһылай өлгөрә, тип хайран ҡалаһың ирекһеҙҙән уларға. Ҡош-ҡорто ла, малы ла бағыулы, баҡсаһы ла бынамын тигән уңыш бирә, табыны ла һый-ниғмәттән һығылып тора, шул арала мохтаждарға ярҙам итергә лә ваҡыт табалар.
Балта оҫталары ла күп Сәләхтә. Шуларҙың береһе Шамил Хәмит улы Солтанов. Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, бөтә эшкә ул атаһынан, ауылдағы өлкән ағайҙарҙан өйрәнгән.
– Ауылда ағас эшен төптән белгән ағайҙар ҙа күп булды: Ғатаулла, Сафуан, Вәкил ағайҙар тирә-яҡта данлыҡлы балта оҫталары ине. Үҙҙәре менән ҡуша алып йөрөнөләр, күрһәтеп эшләттеләр. «Бынан мәғәнә сыға», – тип ҡәнәғәт көлгән булырҙар ине үҙҙәре.
Иҫ белеп, балта-бысҡы тотоп өйрәнеп, етди эшләгән тәүге эштәремдең береһе – атай солан эшләгәйне, мин тәҙрә рамдары яһаным, – ти Шамил Хәмит улы үҫмер сағын иҫкә алып.
Ир ҡорона ингәс, өй, мунса буралары күтәрә, мейес сығара. Заказға ла эшләй. Урман эше ҡаҙнаны ла тулыландыра, күңелде лә ҡәнәғәтләндерә. Уның эшен улдары ла дауам итә.
Тимерселәре менән дә данлыҡлы Сәләх. «Атанбаевтарҙың ихатаһында сыңҡ-сыңҡ иткән тауыш ишетһәгеҙ, белегеҙ, Рәфилебеҙ тимер эшенә маһир», – ти ауылдаштары. Шешлек бешереү өсөн сынъяһау мангалдар, тимер мейестәр, мал арбаһы, семәрләп- биҙәп йорт-ҡура кәрәк-ярағы эшләй. Уның ябай тимер киҫәгенә лә ижади ҡарауы һоҡландыра.
Булат Кинйәғәле улы Аҡҡужин иһә пилорама ултыртып алған. Өс бала атаһы уландарын да эшкә өйрәткән. Улы Морат – ағас эшендә төп ярҙамсыһы. Мал аҙығы әҙерләү, ағас эшен еңеләйтеү өсөн трактор ҙа алғандар.
Зәйтүнә инәй Ҡотләхмәтованы иһә күрше-тирәлә имсе булараҡ беләләр. Дарыу үләндәрен танып, шифалы сәйҙәр эшләп ала.
– Яҙ етеү менән ҡырға сығып китә, үләндәрҙең һәр төрлөһөн йыйып, тамырҙарын киптерә. Беҙгә, балаларына, тарата, - ти беҙҙе сәфәрҙә оҙатып йөрөгән килене Земфира апай.
– Ҡара сәй эскәнем дә юҡ, үлән сәйенең тәме башҡа бит, һәр төрлөһөн йыям, – ти инәй. Ҡайһы үләндең ниндәй сирҙән дауа икәнен дә яҡшы белә ул. Зәйтүнә Ниғмәт ҡыҙы ҡот та ҡоя, күҙгә йылан ҡабығы ла һала. Ҡот ҡойҙорторға теләүселәр ҙә, күҙҙәренә сүп төшөп тә йыш киләләр инәйгә.
Элек-электән һәр бер ауылды ойоштороп, тәртип-тәрбиәлә тотҡан аҡһаҡалдар, ырыу, ҡор башлыҡтары булған. Борондан килгән был йәмәғәт башланғысының эшмәкәрлеге хәҙер старосталар тарафынан дауам ителә.
Уны халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, яман ғәҙәттәре булмаған хөрмәтле кешене халыҡ үҙе һайлай. Сәләх ауылында иһә был мәртәбәле вазифаны Йәмил Ҡотләхмәтов атҡара.
– Беҙҙә халыҡ үҙе бер башҡа бит ул. Бөтәһе лә тырышып донъя көтә. Сәмселдәр. Яҙ етеп, ер асылыу менән өмәгә сығабыҙ, үҙ еребеҙҙең ҡәҙерен белеп, матур, етеш йәшәргә ынтылабыҙ. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға ла бер һүҙһеҙ риза булдыҡ, сөнки Сәләхебеҙ быға лайыҡ, - ти Йәмил Хәсән улы.
Йәмил ағай менән уның ҡатыны Земфира ауылдаштары араһында тырышлығы, уңғанлығы менән абруйлы. Ишле мал-тыуар аҫрап, умарта тотоп, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп етеш донъя көтәләр. Йәйгеһен – емеш-еләк, көҙгөһөн картуф, бәшмәк һатып та аҡса эшләп алалар.
Земфира хат ташыусы булып эшләй. Ауылда башҡорт матбуғатын алдырмаған өй юҡ.
– Һәр өйгә килә гәзит-журналдар. Шуға эшләүе лә күңелле. Береһе лә яҙылмай ҡалмай, – ти ул яратҡан эше тураһында.
Илдус ағай Солтановты ауылдаштары сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуға өлгәшкән. Ябай ғына итеп донъя көтә, яратып яран гөлдәре үҫтерә, баҡсаһын да ултырта. Матбуғаттан да айырылмай, гәзит-журналдар алдыра, ауыл клубында балалар өсөн шахмат, шашка түңәрәктәре алып бара, үҙе лә оҫта уйнай. «Ҡулынан килмәгән эше юҡ, нимәгә тотонһа, шуны булдыра, егәрле», – ти уның тураһында ауылдаштары.
Сәләхтәрҙең тағы бер һоҡландырған яғы – эшен дә, ашын да табып тороуҙары. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә тиеүҙәре хаҡ шул.
Йылайыр районында малсылыҡ менән шөғөлләнгән Баканов крәҫтиән (фермер) хужалығы барлығын, моғайын да, ишеткәнегеҙ барҙыр. Бына шул хужалыҡ етәксеһе һарыҡ ҡырҡыуҙы тик Сәләх ҡатын-ҡыҙҙарына ғына ышанып тапшыра. Йыл һайын яҙ уның әйткәнен дә көтөп тормай, биш йөҙҙән ашыу һарыҡты өс-дүрт көн эсендә ҡырҡып та ҡуя апайҙар. Әлбиттә, бушҡа түгел, хужалыҡ көнөнә 700 – 800 һум аҡса түләй. Бер ғаиләнән ике кеше барҙы икән, бер көндә 1500-дан ашыу аҡса килде, тигән һүҙ.
Йәй сәләхтәр өсөн айырыуса килемле осор. Ер еләге, турғай еләге, бөлдөргән (көнъяҡ диалекты), бәшмәк, дарыу үләндәре йыйып һаталар, емеш-еләктән генә 80-90 мең аҡса эшләп ала. Тик был ҡырҙарға артыҡ ҡыҙыҡмағыҙ, сәләхтәр сит-ят күҙҙән урман-ерен ныҡ һаҡлай.
– Ауыл бәләкәй булһа ла, халҡы тырыш, татыу. Бер-береһе менән ярышып донъя көтә. Әйткәнде лә көтөп тормайҙар, яҙ етеү менән эргә-тирәһен таҙалап, буяр нәмәһен буяп, матурлап, тәртипкә килтереп тә ҡуялар. Эшһеҙ ултырмайҙар. Күп йәштәрҙең ауылда тороп ҡалыуы ҡыуандыра. Ни тиһәң дә, ер кешеһе тота бит ауылдарҙы. Йәштәр ҙә береһенән-береһе уҙҙырып донъя нығыта, мал-тыуар аҫрай, бала-саға уҡыта, әлбиттә, былар барыһы ла дөрөҫ тәрбиә һәм тырышлыҡ емештәре, – ти Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Тотманов.
Нимәгә тотонһалар ҙа, ҡулдарынан килә сәмле сәләхтәрҙең. «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашҡан көнәркәштәре Күгәрсен районының Сәлих ауылы халҡы менән халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижады – әйтеште тергеҙҙеләр.
Бәләкәй генә ауылда шыңғырлап торған йорттар һалып инеп, заманса йыһазландырып, затлы машиналарҙа йөрөгән халыҡтың ысын мәғәнәһендә етеш тормошҡа ынтылған, эшһөйәр ҙә, телһөйәр ҙә, илһөйәр ҙә икәнлектәрен үҙ күҙҙәрем менән күреп, яҡташтарыма ысын мәғәнәһендә хайран ҡалып ҡайттым. «Айыҡ ауыл» тигән исемгә лайыҡ булып, ил бәҫен тағы ла күтәрергә насип булһын сәләхтәргә!
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Йылайыр районы.