Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2022, 09:39

Йәш белгестәргә түләү күләмен арттырҙылар

Һүҙ республиканың ауыл хужалығы предприятиеларына эшкә килгән һәм унда кәм тигәндә алты ай эшләгән йәш кадрҙарға "дәртләндереү" түләүҙәре тураһында.

Йәш белгестәргә түләү күләмен арттырҙылар
Йәш белгестәргә түләү күләмен арттырҙылар

Радий Хәбиров махсус документҡа төҙәтмәләр индерҙе. Хәҙер дәүләт ярҙамы - "подъемный"ҙар 500 мең һумдан 700 мең һумғаса күтәрелде. Был сумманы киләһе йылдан түләйәсәктәр.

Республикала квалификациялы ауыл хужалығы белгестәренә ихтыяж ҙур. Был турала етәкселек гел әйтеп тора. Шуға ла беҙҙә АПК өсөн кадрҙар потенциалына булышлыҡ итеү буйынса махсус программа эшләй. Быйыл унда 53 йәш белгес ҡатнаша. Дәртләндереү аҡсаларын алғандар.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Йәш белгестәргә түләү күләмен арттырҙылар
Йәш белгестәргә түләү күләмен арттырҙылар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: