1699 йылдың 9 апрелендә Петр 1-се “Мәскәүҙә таҙалыҡты тотоу һәм урам-тыҡрыҡтарға сүп-сар ташлаған өсөн яза биреү тураһында”ғы указға ҡул ҡуя. Юҡҡа ғына түгел инде - ҡала бик ныҡ бысраҡ, хатта түрә-ғара ултырған "кантурҙар"ҙа ла тәртипһеҙлек була.
Был документҡа ярашлы, бөтә ҡый-һай ҡаланан ситкә сығарылып, ергә күмелергә тейеш була. Указды үтәмәүселәргә яза шундай:
«Кто станет по большим улицам и по переулкам всякий помет и мертвечину бросать, такие люди взяты будут в земский приказ, и будет им за это учинено наказание – битье кнутом, да с них же взята будет пеня...»
Ә кем дә кем икенсегә тәртип боҙоп тотола, яза ҡатылана һәм штраф күләме лә ҙурая.
Һөҙөмтәлә нимә, тиһегеҙме? Мәскәү күпкә таҙарып ҡала һәм кеше лә язанан ҡурҡып, әҙерәк ҡыйлай. Артабанғы батша-императорҙар ҙа Петрҙың эшен дауам итеп, таҙалыҡҡа иғтибарын йәлләмәй.