-10 °С
Болотло
7 апрелдә Ишембайҙа бер төркөм балыҡсы Ағиҙелгә балыҡ ҡармаҡларға төшә. Палатка ҡороп, мәке уйып, сираттағы «һунар»ҙы башлап ебәрәләр. Әммә көтмәгәндә йылғала боҙ ҡуҙғалырға тотона. Ирҙәр ҡул аҫтына нимәгә эләгә шуны тотоп яр буйына йүгерә.
Әммә балыҡсыларҙың береһе боҙ өҫтөндә ултырып ҡала. Тыныс ҡына балыҡ тотоуын дауам итә. Боҙ аҫтына төшөрмөн, ҡотҡарып өлгөрмәҫтәр, тип ҡурҡманымы икән ни?.. Ярай әле боҙ барып терәлә, шул ваҡыт ирҙе башҡа балыҡсылар сығарып ала.