– Эй, әҙәм балаһы, нимә булды һиңә? – тип һораған ул кешенән.
Юлсы Хужаға тишкеләнеп бөткән бушағыраҡ тоғон күрһәткән дә:
– Бына, ҡара, минең был донъяла эйә булған мөлкәтем ошо тоҡҡа һыйҙы ла ҡуйҙы, шундай бәхетһеҙмен мин, бәхетһеҙмен... Ошо тишек тоҡто йөкмәп йөрөйөм, – тип иламһыраған.
– Эйе, эшең хөрт икән, – тигән дә Хужа Насретдин теге бәндәнең тоғон тартып алып ҡасҡан.
Мосафир илай-илай юлын дауам иткән. Ә был ваҡытта Хужа йәшеренеп кенә алға йүгереп барған да меҫкендең тоғон юлдың ҡап уртаһына ҡуйған. Һәм үҙе ағас артына боҫоп, теге кешене күҙәткән.
Юл уртаһында тоғон күргән мосафир ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәргән:
– Ай-й! Шатлыҡ! Мин бар нәмәмде юғалттым, тип ҡайғырғайным...
Һәм ул артабанғы юлын көрһөнмәй-илауламай ғына ярым буш тоғон йөкмәп дауам иткән. Шулай булмай: мөлкәте табылды бит!
Ә Хужа Насретдин артынан йылмайып ҡарап ҡалған: кешене булған әйберенең ҡәҙерен белергә өйрәтеү ҙә бәхет икән...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.