Улар – рус телен өйрәнеүсе сит ил граждандары. Диктант яҙыу майҙансыҡтары башлыса ҡала вуздары һәм шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Республика перинаталь үҙәге биналары, төрлө кафела булған.
Быйылғы Тоталь диктант тексы Рәсәй яҙыусыһы Марина Степнованыҡы.
Сит ил студенттары (Үзбәкстан, Гана, Перу, Гаити, Мысыр, Колумбия, Чад, Афғанстан, Палестина, Малайзия, Кот-д'Ивуар, Эквадор, Сенегал Сомали, Йемен, Марокко, Сәғүд Ғәрәбстаны граждандары) БДУ һәм БДМУ-ла яҙған.
Һөҙөмтәләр 20 апрелдән һуң билдәле буласаҡ (https://totaldict.ru/). Иң юғары баһа алыусыларҙы 24 майҙа бүләкләйәсәктәр.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.