Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2022, 11:34

Донбасс, Башҡортостандан дүртенсе гуманитар ылауҙы ҡабул итеп ал!

Бөгөн Өфөнән Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ярҙамға тағы бер гумколонна ҡуҙғалды.

Донбасс, Башҡортостандан дүртенсе гуманитар ылауҙы ҡабул итеп ал!
Донбасс, Башҡортостандан дүртенсе гуманитар ылауҙы ҡабул итеп ал!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, өсөнсө ылау унда 7 апрелдә барып еткәйне. Донбасс халҡы, һәр ваҡыттағыса, беҙгә рәхмәтле.

"Бөгөн иртән дүртенсе тапҡырға ылау юлға сыҡты. Был гуманитар ярҙамды йыйырға республика буйынса БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте лә булышлыҡ итте. Әле артабанғы йөктәр өсөн ярҙам йыйыуҙа ҡатнашабыҙ. "Берҙәм Рәсәй" партияһы активистары әүҙемлек күрһәтә", - тип яҙҙы БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, йәмғиәт рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Был юлы ылауҙың дөйөм ауырлығы 180 тонна. Ыңғай һәм имен юлдар!

Фото: vk.com (Г. Ҡолһарина сәхифәһенән).

Донбасс, Башҡортостандан дүртенсе гуманитар ылауҙы ҡабул итеп ал!
Донбасс, Башҡортостандан дүртенсе гуманитар ылауҙы ҡабул итеп ал!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: