Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2022, 16:06

Беҙҙеке - алдынғы

Бөгөн Ишембай районындағы Торатау итәгендә Рус географик ойошмаһының төбәк бүлексәһе попечителдәр советы ултырышы үтте. Унда үткән йылғы эш һөҙөмтәләре ҡаралды. Бүлексә 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә икенсе урында килә.

Беҙҙеке - алдынғы
Беҙҙеке - алдынғы

Ҡатнашыусыларҙы БР Башлығы Хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне. Әйткәндәй, был ултырыш юҡҡа ғына Торатау итәгендә үтмәй - шихан ЮНЕСКО геопарктары глобаль селтәренә инеүгә дәғүә итә. Әле бының буйынса эш бара.

РГО-ның төбәк бүлексәһе етәксеһе, М. Аҡмулла ис. БДПУ ректоры Салауат Сәғитов билдәләүенсә, беҙҙең был ойошма эшмәкәрлеге илдә Краснодар крайынан ҡала икенсе урында тора. Ойошмала йөрөүселәр һаны ла арта, 1 апрелгә ҡарата унда 342 ағза иҫәпләнә.

Былтыр йыл дауамында төрлө сара күп үткән. Шулар иҫәбендә Урал спелеологтары съезы, йәштәр өсөн экология конференцияһы, төрлө ҡыҙыҡлы проекттар.

Ултырышҡа Мәскәүҙән видеобәйләнеш буйынса Рус география ойошмаһы башҡарма дирекцияһының төбәк үҫеше департаменты директоры Дмитрий Цапенко ла ҡушылды.

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.


 

Беҙҙеке - алдынғы
Беҙҙеке - алдынғы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: