Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 12:35

"Зәңгәр яғыулыҡ" һәр йортта буласаҡ

Быйыл республикала граждандарҙың льготалы категорияларына ҡараған 569 кеше газ үткәреү өсөн сертификат алған.

"Зәңгәр яғыулыҡ" һәр йортта буласаҡ
"Зәңгәр яғыулыҡ" һәр йортта буласаҡ

 

РФ Хөкүмәте  Премьер -министры М. Мишустин белдереүенсә, бөгөнгө  көндә газға тоташтырыуға 750 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Әле 300 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән. Йөҙҙәрсә мең ғаилә «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташасаҡ. Газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа рәсәйлеләрҙең участкаларына газды бушлай индереү программаһы тулы күләмдә тормошҡа ашырыласаҡ. « Беҙ уларҙың ышаныстарын һүндерә алмайбыҙ, барыһы ла тормошҡа ашырыласаҡ», – тигән ул.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, 2022 йылдың 1 ғинуарынан газ үткәреү сертификатының күләме Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өсөн 100 мең һум һәм инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм йән башына уртаса килеме төбәк йәшәү минимумынан артмаған ишле ғаиләләр өсөн 75 мең һум тәшкил итә. Республикала бөтәһе 6434 кеше, шул иҫәптән 2021 йылда 2730 кеше шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар менән тәьмин ителгән. 2022 йылдың башынан республикала граждандарҙың льготалы категорияларына ҡараған 569 кеше газ үткәреү өсөн сертификат алған.

 

Фото:

 

socialinform.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: