Теплицалағы йылылыҡ һәм дымлылыҡ йәшелсәләрҙе генә түгел, патоген флораны да үҫтерә. Унда бәшмәк споралары, инфекциялар, бактериялар ҙа рәхәтләнеп үрсей. Ҡоротҡостар ҙа ҡышлар өсөн теплицаны һайлай. Шуға яҙғыһын был урынды дезинфекцияларға кәрәк.
Конструкцияның буялмаған металл элементтарын 9 процентлы аш һеркәһе менән йыуығыҙ. Һуңынан 1 процентлы бордос шыйыҡсаһы менән эшкәртегеҙ. Буялған металл өлөштәрен содалы һыу менән һөртөгөҙ. Һуңынан эзбиз менән ағартығыҙ. ПВХ торбаларын «Белизна» менән таҙартып алырға була. Поликарбонат теплицаға ҡайһы берәүҙәр мочевина эретмәһе ҡуллана.Уны түбәләргә, стенаға һиптереп сығалар.Баҡыр купоросын да ҡулланырға мөмкин. Был эштәрҙе башҡарғанда респиратор, күҙлек, перчатка кейегеҙ.
Һуңғы ваҡытта баҡсасылар көкөрт шашкаһын да файҙалана. Уны төтәтеп ҡуйып, ике көнгә теплицаның ишеген ябып торалар. Һуңынан яҡшылап елләтәләр.
Фото: proroslo.ru