Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 14:47

Өҫтә лә, эргәлә лә, аяҡ аҫтында ла...

Баш ҡала урамдарына заманса светодиод светофорҙар ҡуйыла.

Өҫтә лә, эргәлә лә, аяҡ аҫтында ла...
Өҫтә лә, эргәлә лә, аяҡ аҫтында ла...

Юл хәрәкәтен көйләүсе яҡтыртҡыстар элекке кеүек бер урында (ғәҙәти светофор) ғына түгел, ә өҫтә лә, хатта аяҡ аҫтында ла. Улар алыҫтан күренә. Быйыл мартта Ҡарағай биҫтәһе янындағы Алексеевка шоссеһында светодиодлы, тауышлы, микропроцессор контролерлы светофор ҡуйылған. Блюхер урамындағы 1/1-се йорт эргәһендә Т7 тибындағы яҡтыртҡыс объект та урынлаштырылған. Проекторҙар зебраға ла төшә.

Юл аша йәйәү сығыу юлы ла даими буяла. Шулай уҡ тауышлы светофорҙар ҙа күбәйгәндән-күбәйә бара. Былар барыһы ла юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү өсөн.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Өҫтә лә, эргәлә лә, аяҡ аҫтында ла...
Өҫтә лә, эргәлә лә, аяҡ аҫтында ла...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: