+16 °С
Болотло
Тиҙҙән Өфөлә «Әсә һәм бала» социаль приюты асылыуы ихтимал. Бындай башланғыс менән «Йәшәүгә хоҡуҡ» Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре сығыш яһаны. Инвестиция сәғәтендә Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ошо проектты тикшерҙе.
Приюттың маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға бушлай комплекслы ярҙам күрһәтеү. Социаль приютта бер үк ваҡытта республикабыҙҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 100-гә яҡын балалы ҡатын-ҡыҙ йәшәргә мөмкин. Дөйөм майҙаны 2000 квадрат метр тәшкил итәсәк.
Фото:Аиф