Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 22:52

"Резина фатир"

Март айында республикала "Резина фатир" тип аталған оператив-профилактика сараларының беренсе этабы үткәрелде. Сара барышында 1900-ҙән ашыу объект тикшерелгән (иллегә яҡын ҡунаҡхана, ҡырҡтан ашыу ятаҡ, меңгә яҡын фатир, 800-гә яҡын шәхси йорт һәм баҡса участкаһы, ике тиҫтә фермер хужалығы).

"Резина фатир"
"Резина фатир"

 Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре 100-ҙән ашыу сит ил граждандарын фиктив теркәү осрағын асыҡлаған. Иллегә яҡын енәйәт эше ҡуҙғатылған. Административ яуаплылыҡҡа физик һәм юридик шәхестәр йәлеп ителгән. Республика ҡала һәм райондары судтары тарафынан административ штраф һалыу менән сит ил граждандарын Рәсәйҙән ситкә сығарыу тураһында ете ҡарар сығарылған. Мәҫәлән, Иглин районында йәшәгән 30 йәшлек ҡатын сит ил граждандарын үҙенең өйөндә фиктив теркәп, шуның өсөн аҡса алған. Әлеге ваҡытта уны яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы сит ил граждандарын йортта фиктив теркәгән өсөн яуаплылыҡтың булыуы тураһында иҫкә төшөрә. Санкциялар - 100-500 мең һум, йәки өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: