Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 13:35

Помидорҙы нисек үҫтерергә?

Помидор үҫентеһе иртән һыу «эсә», 18-25 градус йылылыҡта яҡшы үҫә. Бүлмә температураһындағы һыуҙы ғына һибегеҙ. Томатка, ныҡ булып үҫер өсөн, туҡлыҡлы матдәләр ҙә кирәк. Пикировкалап, бер аҙна үткәс, беренсе ашламаны индерергә кәрәк. Иң яхшыһы – ҡош тиҙәге эретмәһе.  Ашламаны күп ҡулланырға ярамай. Япраҡтары ялбырап үҫеп, сәскә атыу тураһында онотоуы ла ихтимал. Башҡа баҡсасылар тиреҫ ашламаһы ҡуллана.  Әммә был ҡурҡыныс. Унда үҫемлек өсөн заралы паразиттар булыуы ихтимал. Аҫҡы япраҡтар һарғайып ҡойолһа, азот етмәй тигән һүҙ. Был осраҡта «Азофоска» препараты ярҙамға килер. Үрсетмәләр насар үҫһә, һыуҙы ныҡ күп һипмәгеҙ, тимер препараттары  менән туҡландырығыҙ.  Һәр бер культураны үҫтереүҙең үҙ ҡағиҙәләре бар. Иртә, уртаса, һуң өлгөрә торғандарын ултыртығыҙ. Көндәр насар тоһа, теге йәки был сорттың уңыш бирмәүе лә ихтимал. Шуға күрә береһенә генә ышанырға ярамай.

Помидорҙы нисек үҫтерергә?
Помидорҙы нисек үҫтерергә?

Был кәңәштәрҙең баҡсасылар өсөн кәрәге тейер. Уңышығыҙ мул булһын!

 

Фото:2sotki.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: