Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 12:22

Ниңә депутаттар икешәрләп китә?

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан тағы ике депутат китә. Бынан алда ла ике парламентарий ваҡытынан алда мандатын һалғайны.

Ниңә депутаттар икешәрләп китә?
Ниңә депутаттар икешәрләп китә?

Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте рәсми сайтта яҙыуынса, “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” партияһынан Рөстәм Аблаев һәм Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы вәкиле Сергей Колесников депутатлыҡ вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалыу хаҡында ғариза яҙған.

Рөстәм Аблаев – республика парламентының Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы, ә Сергей Колесников Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты составында ине.

Үҙ теләктәре менән китеүҙәре билдәле. Колесников ғаризаһында, ғаилә хәле буйынса, тип тә аңлатҡан.

Ниңә депутаттар икешәрләп китә?
Ниңә депутаттар икешәрләп китә?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: