Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 14:00

Мәрхүмдәргә доға ҡылыу тәртибе

  Мәрхүмдәр өсөн  беҙҙән сауаплы булған ғәмәлдәр.

Мәрхүмдәргә доға ҡылыу тәртибе
Мәрхүмдәргә доға ҡылыу тәртибе

 

  1. Ҡөрьән уҡып, сауабын мәйет рухына бағышлау.
  2. Мәйет өсөн хәйер биреп, доға ҡылыу. Ибраһим бәйғәмбәр: «Рәббана фирлии үә лил-мөәминиинә йәүмә йакуумул-хисәәб» тип доға ҡылған. Мәғәнәһе: «Йә, Раббым, үҙемде, ата-әсәйемде һәм башҡа мөьминдәрҙе Ҡиәмәт көнөндә мәғфирәт ҡыл. Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Раббәнә әәтинәә фид-дуньйә хәсәнәтән үә фил-ахырати хәсәнәтән үә ҡынәә ғазабәннәәр» доғаһын йыш уҡыған. Мәғәнәһе: «Йә, Раббым, беҙгә донъяла яҡшылыҡ бир. Әхирәттә лә яҡшылыҡ бир. Йәһәннәм ғазабынан һаҡла».
  3. Үлгән кешенең бурысы ҡалһа, уны түләгеҙ.
  4. Изге эштәр эшләп, сауабын мәйет рухына бағышлағыҙ. Мәйет ерләнгәндән алып, беренсе көндән башлап, етенсе көнгә ҡәҙәр мохтаждарға саҙаҡа биреп, сауабын мәрхүмгә бағышларҙар. Был – сөннәт. Хәленән килмәгәндәр, ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡырҙар, сауабын әхирәткә күсеүсегә бағышларҙар.
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: