Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 11:55

Лайыҡлы атайҙарҙы тәҡдим итегеҙ!

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә Республика конкурсы иғлан ителде. 

Лайыҡлы атайҙарҙы тәҡдим итегеҙ!
Лайыҡлы атайҙарҙы тәҡдим итегеҙ!

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә Республика конкурсы иғлан ителде. Проекттың ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы. «Атай ҡаһарманлығы» наградаһы - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, муниципалитеттың һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балаларҙы тәрбиәләүсе атайҙарҙың ҡаҙаныштарын әхлаҡи дәртләндереү һәм йәмәғәтселеккә таныу формаһы.

 «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы менән ир-егеттәр бүләкләнә:

- Рәсәй Федерацияһы граждандары булғандар;

 - Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими 5 йылдан кәм булмаған йәшәүселәр;

- балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләүселәр;

- шәхси ҡаҙаныштары йәки балаларҙың ҡаҙаныштары булғандар

 Конкурста ҡатнашыу өсөн материалдар 1 июлгә тиклем электрон адресҡа «Атай ҡаһарманлығы» билдәһе менән ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыу өсөн материалдар 1 июлгә тиклем [email protected],  электрон адресына  «Атай ҡаһарманлығы» билдәһе менән ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)280-82-36.

Фото:МК

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: