Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 21:55

Күңелһеҙ статистика...

Өс ай эсендә Башҡортостанда йәйәүлеләр 203 тапҡыр машина тәгәрмәсе аҫтына эләгеп, 15 кеше һәләк булған, 193 кеше йәрәхәтләнгән.

Күңелһеҙ статистика...
Күңелһеҙ статистика...

15 үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының туғыҙында йәйәүлеләр үҙҙәре ғәйепле булған. Һәләк булғандарҙың унауһы тәүлектең ҡараңғы ваҡытында фажиғәгә юлыҡҡан. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн иң хәүефле көн - йома.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре ҡараңғы ваҡытта йәйәүлеләргә үҙ кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар (мәҫәлән, беләҙектәр) ҡулланырға тәҡдим итә.

Юлда һәр ваҡыт иғтибарлы, һаҡ булырға кәрәк. Үҙ ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: