Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 09:42

Гуманитар ылау Донецкиға барып еткән

Кисә Башҡортостандан Донбасҡа ебәрелгән ярҙам – ДНР халҡы өсөн өсөнсө гуманитар колонна, 2000 км юл үтеп, тәғәйен урынға барып еткән. Ул 5 апрелдә юлға сыҡҡайны.

Гуманитар ылау Донецкиға барып еткән
Гуманитар ылау Донецкиға барып еткән

Йөктөң дөйөм ауырлығы – 83 тонна.

ДНР Башлығы протоколы етәксеһе “Башинформ” агентлығына (сәфәрҙә уларҙың ижади төркөмө ҡатнаша) әйтеүенсә, төҙөлөш материалдары торлаҡ секторын һәм социаль объекттарҙы тергеҙеүгә тотоноласаҡ.

“Башҡортостандың ярҙамы бик ваҡытлы һәм ҡиммәтле. Балалар, өлкәндәр, ғөмүмән, һәммәһе лә ярҙам өсөн ҙур рәхмәт белдерә”, – тигән гуманитар ылауҙы ҡабул итеүселәр.

Фото: «Башинформ»

Гуманитар ылау Донецкиға барып еткән
Гуманитар ылау Донецкиға барып еткән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: