-6 °С
Болотло
Йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә күптәрҙе борсоған һорауға яуап бирҙе. Унан йыш ҡына ни өсөн уның ире менән туй тантанаһы булмауын һорайҙар. Барыһы ла “йондоҙҙар”ҙың бөтә донъяға яу һалып, ҙур табын ойоштороуҙарын күрергә ғәҙәтләнгән бит.
– Ул мәлдә туй уҙғарыу мөмкинлеге булманы, ата-әсәнең аҡсаһына инергә теләмәнек. Туй урынына фатир алдыҡ. Һуңынан иһә уның кәрәге ҡалманы, туй үткәрергә теләк тә булманы, - тине йәш йырсы.
Фото: Т. Аманов