Шулай уҡ ӨДАТУ-ның 10 – 20 йәш белгесе һәм эш эҙләүсеһенең коммерция нигеҙендә аспирантурала уҡыуға сығымдарын университет үҙ өҫтөнә аласаҡ. Шулай уҡ юғары уҡыу йорто ипотека алған йәш ғалимдарға айлыҡ иғәнәләрҙең 50 процентын компенсацияларға әҙер.
– Юғары уҡыу йортонда ғилми-белем биреү мөхитендә иң һәләтле һәм әүҙем йәш тикшеренеүселәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Сергей Новиков. – Фәндең һәм мәғарифтың киләсәге бөгөн тап уларҙың беҙҙең университетта ни тиклем ҡыҙыҡлы һәм уңайлы эшләүенән, бында ниндәй перспективалар күреүҙәренән тора. Бынан тыш, йәштәребеҙҙән хеҙмәттәрен дәртләндереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индереүҙәрен һораным.
Фото: Т. АМАНОВ.