Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 15:34

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтәсәк

Халыҡ-ара белем биреү акцияһы 23 апрелдә онлайн һәм офлайн форматта ойошторола.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтәсәк
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтәсәк

Уны республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә уҙғара. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн БДУ-ла, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла, республикабыҙҙың Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән түбәндәге һылтанма буйынса https://bashdictant.ru/  танышырға мөмкин.

23 апрель көнө Өфө ваҡыты менән иртәнге сәғәт 11-ҙә дикторҙар тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә»социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктант  тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға [email protected] йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 24 апрелгә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 24 апрель 23:59 сәғәткә тиклем https://bashdictant.ru/  рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә. Уның тексы ғалим-филологтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән 3 вариантта әҙерләнәсәк: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

Акция ҡатнашыусыһы булып енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: