Уларҙың дәүләте лә юҡ, ә үҙҙәре бар. Хатта күп икәндәр, сама менән 10 миллион, тиҙәр.
Сиғандар көнөн 1971 йылдың 8 апрелендә билдәләй башлағандар. Был көндә Лондонда Беренсе Бөтә донъя сиғандар конгресы уҙған. Уға 30 илдән делегаттар йыйылған. Милләттең флагы, гимны ҡабул ителгән. Йыйын резолюцияһы буйынса улар территориаль булмаған милләт тип иғлан ителгән.
Сиғандарҙың 80 этник төркөмө бар. Улар тураһында әҫәрҙәр яҙылған, кинолар төшөрөлгән, легендалар һәм йырҙары ла күп.
Фото: vk.com