Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 11:00

Ҡатындың бер-ике һуғыуы еткән

Һөйәркәһе шундуҡ йән биргән.

Ҡатындың бер-ике һуғыуы еткән
Ҡатындың бер-ике һуғыуы еткән

Салауатта 30 йәшлек ҡатын 44 йәшлек ирҙе үлтереүҙә ғәйепләнә. Был хаҡта Башҡортостандың Тәфтиш комитетынан хәбәр итәләр.

Билдәле булыуынса, ир ҡатынды үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Спиртлы эсемлек эскән саҡта улар араһында ыҙғыш сыға. Ҡунаҡ йорт хужаһының муйынына һәм арҡаһына бысаҡ менән сәнскән. Шунан һуң полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырған.

Енәйәтсе һаҡ аҫтына алынған. Әле тәфтишселәр шаһиттарҙан һорау алған һәм суд экспертизаһы үткәрергә йыйына.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: