Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2022, 09:59

Һалдаттарыбыҙҙың батырлығына дан!

Өфөлә «Хәтер шәме» акцияһы үтте.

Һалдаттарыбыҙҙың батырлығына дан!
Һалдаттарыбыҙҙың батырлығына дан!

Рәсәй армияһын ҡеүәтләүҙе маҡсат итеп ҡуйған сара Еңеү паркында уҙҙы.

— Беҙ һалдаттарыбыҙға хөрмәт күрһәтергә һәм уларҙы ҡеүәтләргә теләйбеҙ. Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың батырлығы халыҡ хәтерендә мәңге йәшәр, — ти «Йәш Гвардия» хәрәкәтенең Совет районы буйынса идаралығы етәксеһе Александр Теляков.

Сарала 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар шәм ярҙамында һалдат һынын кәүҙәләндерҙе.

— Акцияны ел-ямғыр боҙорға мөмкин ине, әммә һауа торошо беҙҙең яҡта булды. Беҙҙең бындай сараны ойошторғаныбыҙ тәжрибәһе бар. Беҙ акцияны йыл һайын үткәрәбеҙ. Һалдат һынын асфальтҡа төшөрөүгә, шәмдәрҙе ҡуйып сығыуға күп ваҡыт китте. Һөҙөмтәлә барыһы ла килеп сыҡты, — ти «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәштәр гвардияһы»ның төбәк штабы начальнигы Резеда Үлмәҫбаева.

«Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәнлек үҙәге координаторы Рәил Әҙиәтуллин әйтеүенсә, бындай саралар халыҡ берҙәм һәм татыу итә.

Саранан йәмәғәт ойошмалары ағзалары һәм ветерандар ҙа ситтә ҡалманы.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: