2022 йылдың мартынан Башҡортостандың һәм Ырымбур өлкәһенең йәмәғәт транспортында түләү системаһы берләштерелде. Хәҙер «Алға» картаһын файҙаланыусылар Ырымбур өлкәһендә юл йөрөгәндә иҫәпләшергә мөмкин. Ә Ырымбур транспорт картаһы хужалары «Башавтотранс» автобустарында, «Дим – Шаҡша» ҡала яны электричкаһында һәм башҡа шәхси ташыусының маршруттарында түләп йөрөй аласаҡ.
– Башҡортостандың һәм Ырымбурҙың системаһын берләштереү – берҙәм федераль транспорт системаһын булдырыуға мөһим бер аҙым. Проект биш меңдән ашыу транспорт сараһын һәм 1,3 миллион транспорт картаһын берләштерҙе, – ти БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Яҡын киләсәктә «Алға» картаһын Пермь крайы, Силәбе өлкәһе, Удмурт һәм Татарстан республикаларының транспорт карталары менән берләштереү мөмкинлеге ҡарала.