“Ғәҙел Рәсәй – Дөрөҫлөк өсөн” фракцияһы башлығы Сергей Миронов, офис ҡағыҙы дефициты булған осраҡта Берҙәм Дәүләт имтихандарын ирекле итәйек, тигән тәҡдимен үҙенең Телеграм-каналында яҙып ҡуйған.
"Дефицит офисной бумаги может привести к срывам сдачи ЕГЭ, а вслед за этим осложнит поступление выпускников в вузы. Чтобы снизить "градус напряжённости", предлагаю в этом году сделать ЕГЭ добровольным, а вступительную кампанию провести на основе результатов обычных экзаменов", - тип яҙған парламентарий.
Тик был тәҡдим менән бер аҙ һуңланы шикелле. Сөнки РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры Виктор Евтухов 1 апрелдә үк ҡағыҙ проблемаһы хәл ителеүен белдергән. Баҡһаң, Рәсәй етештереүселәре беҙгә Һиндостандан йәки Ҡытайҙан тейешле ингредиенттар киләсәген хәбәр иткән. Тик ҡағыҙ беҙ күреп өйрәнгәнсә сылт аҡ төҫтә булмауы ла ихтимал.