+1 °С
Ясна
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә Ҡариҙел районында ғәмәлгә ашырыласаҡ “Ғаилә тарихтары” проекты ҡаралды. Проектты ғәмәлгә ашырыуҙан 25 эш урыны булдырыласаҡ, туристик ағымдың 25 мең кешегә етеүен күҙаллайҙар. Ҡариҙел районы хакимиәте биләмәгә юл һалыуға өлөш индерергә уйлай. Бер нисә бина төҙөлә лә инде, уларҙы 1 июнгә тамамларға ниәтләйҙәр. Ә пляж менән зоопарк ошо йыл аҙағынаса әҙер буласаҡ.
Проекттың ойоштороусыһы Эльвина Рожина әйтеүенсә, унда барлығы 96 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.