Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 21:58

Юл фажиғәләре - 6 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа дүрт кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 25 иҫерек водителде тотҡандар.

Юл фажиғәләре - 6 апрель
Юл фажиғәләре - 6 апрель

Хәйбулла районында хайуандар менән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария кисә төндә Юлдыбай-Аҡъяр-Сара автомобиль юлының 72-се саҡрымында булған. Билдәле булыуынса, 18 йәшлек егет "Daewoo Nexia" машинаһында атҡа барып бәрелгән. Аттың ҡолоно ла һәләк булған... Авария һөҙөмтәһендә водитель медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Аттың хужаһына ҡарата акт төҙөлгән. Әле хәлде тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 6 апрель
Юл фажиғәләре - 6 апрель
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: