Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 12:40

Йәнә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артты

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үтә ныҡ ҡыйбатланғандары ла бар.

Йәнә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артты
Йәнә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артты

25 марттан 1 апрелгә тиклем республикала башлы һуған, кәбеҫтә һәм кишер ныҡ ҡиммәтләнгән. Уларға хаҡтар уртаса – 20,8, 14,5 һәм 13,6 процентҡа артҡан һәм бер килограмы өсөн  45,62 һум, 95,20 һум һәм 61,47 һум тәшкил иткән. “Башстат” баҫтырып сығарған мәғлүмәттәр ошоно раҫлай.

Шулай уҡ ошо осорҙа беҙҙә сөгөлдөр, макарон һәм алманың хаҡы һиҙелерлек артҡан. Ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың үҫеше 4,2-10,4 процент тәшкил иткән.

Бер аҙнала Башҡортостанда помидор һәм ҡыяр нығыраҡ арзанайған - 6,8 һәм 2,8 процент. Хәҙер улар 215,53 һум һәм 135,81 һум тора.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: