Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 15:18

Йәмәғәт наградаһын быйыл кемдәр алыр?

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы 2022 йылдың 1 июленә тиклем «Атайлыҡ ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә өсөнсө республика конкурсына ғаризалар ҡабул итә.

Йәмәғәт наградаһын быйыл кемдәр алыр?
Йәмәғәт наградаһын быйыл кемдәр алыр?

Конкурста Башҡортостан биләмәһендә 5 йылдан ашыу даими йәшәгән, балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән (шул иҫәптән уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа йәки опекаға алынған) Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.

Кандидатуралар һайлап алғанда балалар тәрбиәләүҙәге шәхси ҡаҙаныштар йәки балаларҙың үҙҙәренең уңыштары, мәҫәлән, хеҙмәттә, спортта, ижадта юғары күрһәткестәргә өлгәшеү; балаларҙың һәм (йәки) ата-әсәләрҙең батырлыҡ ҡылыу, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн дәүләт наградалары алыуы һәм башҡа ҡаҙаныштары иҫәпкә алына.

Хеҙмәт коллективының үтенесе кандидаттың ғаиләһе йәшәгән район йә ҡаланың Йәмәғәт советы/ палатаһы аша индерелә. Өҫтәмә мәғлүмәт 280-82-36 телефоны буйынса. Материалдар [email protected] электрон адресына («Отцовская доблесть» билдәһе менән) 1 июлгәсә ҡабул ителә.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы.

Йәмәғәт наградаһын быйыл кемдәр алыр?
Йәмәғәт наградаһын быйыл кемдәр алыр?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: