Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 10:41

ЦУР-ҙа көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә

Рунеттың тыуған көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа барған «Сәләм» тапшырыуында халыҡты нимә борсоуы хаҡында һөйләнеләр.

ЦУР-ҙа көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә
ЦУР-ҙа көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә

Интернет тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Рәсәйҙә 129,8 миллион интернет-ҡулланыусы иҫәпләнә - был халыҡтың дөйөм һанынан 89 процент. Яңылыҡтар уҡыйҙар, социаль селтәрҙәр алып баралар, социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәттәр яҙалар. Ә беҙ, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге командаһы, уларҙы эшкәртәбеҙ. Был беҙҙең эшебеҙ😎

Рунеттың тыуған көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа барған «Сәләм» тапшырыуында халыҡты нимә борсоуы хаҡында һөйләүҙе дауам итәбеҙ.

Бөгөн ниндәй мәсьәләләр көн ҡаҙағында?
-юлдар - 132 мөрәжәғәт
-төҙөкләндереү - 117 мөрәжәғәт
-ТКХ - 79 мөрәжәғәт.

Юлдар хаҡында. Башҡортостанда юл хеҙмәттәре соҡорҙарҙы ямау буйынса яҙғы эштәргә әҙерләнә. 5 апрелдә юл төҙөлөшө һәм ремонтлау буйынса иң эре дәүләт подрядсыһы «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең 26 асфальт заводы эш башланы.

Соҡорҙарҙы ямау буйынса мөрәжәғәттәр байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе - Краснокама районында Дүртөйлө - Нефтекама юлының торошо. Социаль селтәрҙән ҡулланыусы яҙғыһын ошо юл арауығында соҡорҙар барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр ҡалдырған. Был юл Республиканың Юл хужалығы идаралығы балансында тора һәм әле төҙөкләндерелә.

2022 йылда республикала 70 саҡрымға яҡын федераль юлды яңыртыу күҙаллана. Һүҙ М5 һәм Өфө-Ырымбур Р-240 трассалары тураһында бара.

Яҡшы көн теләйбеҙ! 😉



ЦУРБашкортостана #Сәләм

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: