Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 22:19

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса биш енәйәт эше асылған

Өфөлә йәшәгән 24 йәшлек ҡыҙға банктан, кредит өсөн бурысығыҙҙы түләгеҙ, тип шылтыратҡастар, ул аптырап банкка барған, сөнки бер ниндәй ҙә кредит алмаған. Асыҡланыуынса, уның элекке егете аҫтыртын ғына дистанцион рәүештә ҡыҙ исеменә 950 мең һум күләмендә кредит алған да, түләргә йыйынмаған... 

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса биш енәйәт эше асылған
Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса биш енәйәт эше асылған

Өфөнән 31 йәшлек ҡатын инвестиция компанияһында аҡса эшләргә маташҡан да бит, әммә муттарға эләгеп, 600 мең һум аҡсаһын билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән. Вәғәҙә ителгән табыштың "т" хәрефен дә күрмәгән, әлбиттә.  

Тәүлек эсендә генә 13 кеше муттарҙың тоҙағына ҡабып, аҡсаһынан яҙған. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: