Милли проекттың "Мәҙәни мөхит" федераль йүнәлеше бар, шуның буйынса матди-техник базаны яңыртыу мөмкинлеге булдырыла. асҡын сәнғәт мәктәбенә, дөйөм алғанда, ете миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Заманса ҡорамалдарҙың, музыка ҡоралдарының бер өлөшө килеп етте лә инде. Балалар яңы флейта, глокеншпиль, ксилофон, барабан, гитара, баян һ.б. инструменттар алып ҡыуанды. Сиратта - рояль. Ул киләһе уҡыу йылына алынасаҡ.
Фото: Асҡын районы хакимиәтенән.