Бөгөнгө осрашыуҙағы төп тема - санкциялар баҫымы шарттарында эшҡыуарлыҡты үҫтереү.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, бизнес-шерифтарҙың төп бурысы - инвестициялар йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡты тәьмин итеү. Беҙҙең был тәжрибәне федераль кимәлдә лә баһалағандар. Әле урындарҙа, район-ҡала хакимиәттәрендә бизнесҡа ярҙамсы рәүешендә эшләүселәргә тағы бер яуаплылыҡ арта - ил өсөн ауыр шарттарҙа иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙә ҡатнашыу.
Һәр муниципалитетта ошоға бәйле оператив штабтар булырға тейеш. Республика етәксеһе уларҙың эшендә бизнес-шерифтарҙың да ҡатнашыуы мөһимлеген билдәләне.
– Беҙ унда мөһим ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ, шуға һеҙҙең булыуығыҙ кәрәк. Дөйөм алғанда, эшегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Радий Хәбиров бизнес-шерифтарға мөрәжәғәт итеп.
Фото: БР Башлығы сайтынан.