Бының өсөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең матди-техник базаһын нығытыу буйынса ла саралар күрелде.
2021 йылда Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау тармағы “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһын тормошҡа ашыра башланы. Ошо программа сиктәрендә бер йыл эсендә 24 медицина учреждениеһаны капиталь ремонт үткәрелде.
Шулай уҡ 2021 йылда медицина ойошмаларына дөйөм алғанда 572, 9 млн һумлыҡ 2 561 медицина ҡорамалы алынды. 2022 йылда иһә 1536 мең ошондай уҡ медицина йыһаздары алыу планлаштырыла.
31 медицина ойошмаһы 77 автомобиль транспорты менән тәьмин ителгән. Быйыл иһә 85 автомобиль һатып алыуға килешеү төҙөлгән. Уларҙың тәүге партияһы апрелдә үк көтөлә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.