Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 12:28

“Маткап” суммаһының бер өлөшө ҡулға биреләсәкме?

Рәсәй Дәүләт Думаһының яҙғы сессияһына “әсәлек капиталы”ның бер нисә процентын ҡулаҡса биреү тураһында закон проектын индереү күҙаллана.

“Маткап” суммаһының бер өлөшө ҡулға биреләсәкме?
“Маткап” суммаһының бер өлөшө ҡулға биреләсәкме?

Теүәлерәк әйткәндә, һүҙ капиталдағы ҡалған аҡсаның биш процентын биреү хаҡында.

Был турала "Известия" гәзите закон проектын әҙерләүселәрҙең береһе, Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Татьяна Буцкаяға һылтанып яҙа.

"Йыш ҡына “әсәлек капиталы”ның төп йүнәлештәргә файҙаланылмаған ҡалдыҡтары йылдар буйына һаҡлана. Кеше үҙенә закон буйынса тейеште ала алһын ине”, – тигән депутат ханым.

Был проектты парламентарийҙар ҡарармы, юҡмылыр инде?

Фото: ТАСС.

“Маткап” суммаһының бер өлөшө ҡулға биреләсәкме?
“Маткап” суммаһының бер өлөшө ҡулға биреләсәкме?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: