Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 09:14

Кеҫә аҡсалары менән идара итеү оҫталығына өйрәнергә теләһәң....

21 марттан 15 апрелгә тиклем республикабыҙҙа балалар һәм йәштәр өсөн Бөтә Рәсәй финанс грамоталылығы аҙналығы бара.

Кеҫә аҡсалары менән идара итеү оҫталығына өйрәнергә теләһәң....
Кеҫә аҡсалары менән идара итеү оҫталығына өйрәнергә теләһәң....

Уны Рәсәйҙең Финанс министрлығы һәм Рәсәйҙең Үҙәк Банкы ойоштора. Аҙналыҡтың Рәсәйҙәге координаторы: «Ғилми-тикшеренеү финанс институты» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы. Ә беҙҙәге төбәк координаторы – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы. Финанс грамоталылығы аҙналығы балалар һәм йәштәр, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Ойошторолған саралар кеҫә аҡсалары менән идара итеү оҫталығына һәм өлкәндәрсә шәхси бюджет өсөн яуап бирергә өйрәнергә, мутлыҡты иҫкәртеү һәм финанс тәрбиәһе тураһында күберәк белергә ярҙам итә.

Аҙналыҡ ваҡиғаларының республика календары – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы сайтында урынлаштырылған.   Әгәр һеҙ онлайн-сарала тура эфирҙа ҡатнаша алмаһағыҙ, һеҙ уны үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта ҡарай алаһығыҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: