БР Күп функциялы үҙәктәрендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына түләүҙәр алыу өсөн документтар ҡабул ителә. 6 апрелдән Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәктәренең бөтә офистарында ла Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Украина биләмәһендә 2022 йылдың 24 февраленән махсус хәрби операция барышында бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамды алыу өсөн хеҙмәт күрһәтелә. Һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары: тормош иптәштәре, ата-әсәләре йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусылар, шулай уҡ белем биреү учреждениеларында уҡыған осраҡта бәлиғ булмаған һәм 23 йәшкә тиклемге балалар ике миллион һум күләмендә түләү аласаҡ. Һәләк булған хәрби хеҙмәткәр тыуған, йәшәгән, ерләнгән йәки Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә хәрби частар урынлашҡан урын буйынса теркәлгән осраҡта матди ярҙам билдәләнәсәк.
Бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам тәғәйенләүҙе һорап, хәрби хеҙмәткәр һәләк булғандан алып, өс йыл дауамында мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түләүҙәр бөтә документтарҙы алған көндән алып 10 эш көнө эсендә биреләсәк. Матди ярҙамды рәсмиләштереү өсөн түбәндәге документтарҙы тапшырыу талап ителә:
- ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаған документ;
- хәрби хеҙмәткәрҙең хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә уның һәләк булыуын (үлеүен) раҫлаған документтың күсермәһе;
- һәләк булған (мәрхүм) хәрби хеҙмәткәрҙе (ул Башҡортостан биләмәһендә ерләнгән осраҡта) ерләү тураһында документтың күсермәһе;
- Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә кредит ойошмаһында асылған һумлыҡ вклад буйынса граждандың шәхси иҫәбе реквизиттары.
Әгәр ғариза биреүсенең вәкиле мөрәжәғәт итә икән, нотариаль ышаныс ҡағыҙы кәрәк.