Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 09:35

Көн торошо

Башгидрометүҙәк 7 һәм 8 апрелгә һауа торошон хәбәр итте. Республикала епшек ҡар ҡатыш ямғыр һәм епшек ҡар ятыуы көтөлә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн төбәктә епшек ҡар һәм ямғыр яуа. Сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 4-9 градус йылы.

8 апрелдә яуым-төшөмһөҙ, төндә республиканың төньяғында бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә –  4 градус һалҡындан 1 градусҡаса йылы, көндөҙ  – 6-11 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: