Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 15:02

Инцидент яуап бирә

Кешеләр үҙҙәрен борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләр менән тап ошонда мөрәжәғәт итә. Уларҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалдырылмай. 

Инцидент яуап бирә
Инцидент яуап бирә

 "Рихард Зорге урамының 58, 60, 62а йорттары янында ямғыр һәм ҡар һыуы канализациялары эшләмәй, һыу юлды баҫа. Бер нисә йыл рәттән ошо мәсьәлә буйынса мөржәғәт итәбеҙ, вәғәҙә бирәләр ҙә, бер нәмә лә эшләнмәй", – тип мөрәжәғәт итә Өфө ҡалаһының Октябрь районынан Айрат Хәбиров.

 

 Октябрь районы хакимиәтенең яуабы:

 

 6 апрель көнө   "СУРСИС" предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре канализацияны таҙартты.

* Туймазы ҡалаһынан Светлана Густова-Рыбакова, быйыл,ниһайәт, ҡаланың 5-се мәктәбендә төҙөлөш эштәре тамамланыр тип көтәбеҙ.   Юғиһә вәғәҙәләр менән генә һыйлайҙар. Бала 5-се синыфты тамамлай, ә мәктәпте дүрт йыл инде төҙөкләндерәләр, тип мөрәжәғәт итә.

 

Туймазы районы хакимиәтенең яуабы:

 

Туймазы районы хакимиәте башлығы  урынбаҫары Марсель Сафин  биргән мәғлүмәт буйынса,  ҡалалағы 5-се мәктәпте реконструкциялау эштәре проект-смета документын  төҙәтеү кәрәклеге арҡаһында  туҡтатып торолған.   Документтар раҫланып, 2021 йылдың 15 декабрендә   "Башрегионстрой" ойошмаһы менән килешеү төҙөлгән.   Уның буйынса төҙөлөш эштәре  2022 йылдың декабренә тамамланырға тейеш.  2022 йылдың 1 апреленә ҡарата  эштәр технология картаһына ярашлы алып барыла. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: