1.Энтузиаст – ныҡ тауышланып сөскөрә. Ғәҙәттә, ул тирә-яҡтағыларға йоғонто яһаған харизматик шәхес. Ундай кеше күп кенә ҡыҙыҡлы идеялар менән яна һәм башҡаларҙы ла шуға дәртләндерә. Яҡшы әңгәмәсе лә.
2. Педант – йәшерен һәм тыныс ҡына сөскөрә. Ундай кеше өсөн тирә-яҡтағылар менән мөнәсәбәт мөһим. Ниндәй ҙә булһа низағтарға юл ҡуймаҫҡа тырыша. Бик түҙемле, тыныс. Һәйбәт тыңлаусы һәм ярҙамсы.
3. Фекер йөрөтөүсе - үҙенең бәҫен белеп, талғын ғына сөскөрә. Ауыҙын ҡулъяулығы йәки ҡулы менән ҡаплай. Ғәҙәттә, ул тотанаҡлы кеше. Фекерен әйтер алдынан һәр ваҡыт уйлай. Башҡаларҙың хаталарын күрә. Киң ҡарашлы кеше, уның бөтә нәмәгә үҙ фекере бар. Әммә ул аҙ һөйләй. Уйланырға мәжбүр иткән китаптар уҡырға ярата. Бөтә эште үҙ аллы башҡара.
4. Яңғыҙ – тиҙ һәм етеҙ сөскөрә. Ул – тәүәккәл һәм йылдам кеше, тирә-яҡтағыларҙан да шуны талап итә. Кемгәлер таяныу ғәҙәте юҡ. Лидер. Яҡшы етәксе.
Фото: Т. АМАНОВ.